конкурстар
3 Февраль 2022, 13:01

Айнурыма

#исемеңдеһалдымйырҙарға#юшатыргәзите 

АйнурымаАйнурыма
Айнурыма

Бер күреүҙә, ғашиҡ булып
Бер-беребеҙҙе яраттыҡ,
Бирешкән вәғәҙәгә тоғро булып,
Тормошҡа аяҡ баҫтыҡ.

Иғтибарлы булып бер-беребеҙгә,
Күҙ ҡарашынан аңлап,
Йәшәргә насип булһын
Бер-беребеҙҙе һаҡлап.

Мөхәббәт емештәребеҙ
Үҫеп киләләр арттан.
Насип итһен аяҡҡа баҫтырырға,
Күҙ һәм ҡаш араһында.

Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем,

Хөрмәтеңә, һөйөүеңә
Һәр бер байрам һайын биргән
Сәскәләр бәйләмеңә.

Киләсәктә Алла бирһә,

Йәшәргә яҙһын ҡыуанып,
Мәңгелек һөйөү-мөхәббәт

Хистәренә күмелеп.
Альмира Рәхимова, Мәләүез ҡалаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас