+24 °С
Ямғыр


Ностальгия
Миңнегөлөм, минең шиңмәҫ гөлөм,
Йәшәү дәрте биргән һин инең.
Кемдең ҡулы өҙҙө һине, баҙнат итеп,
Кемгә бүләк булдың, Гөлкәйем?
Иңгә-иң терәшеп, пар аҡҡоштай,
Тормош күлен бергә байҡаныҡ.
Һүнмәҫ йондоҙ булып остоң һауаларға,
Ә мин ерҙә яңғыҙ, нишләйем?!
Оҙон төндәр уҙа, таңдар тыуа.
Нисек тыуа һинһеҙ - белмәйем.
Йөрәккәйем дулай, һыҡрай,
Юҡ янымда минең Гөлкәйем!
И.Смак
(Исеме бәлки "Һағыш"тыр)