конкурстар
9 Февраль 2022, 06:55

Мәңге бергә булайыҡ

"Үткәндәргә кире ҡайтып булмай" тиһәләр ҙә, була икән.

Мәңге бергә булайыҡМәңге бергә булайыҡ
Мәңге бергә булайыҡ

Гәзит биттәрендә булһа ла. Ике йылға артҡа әйләнеп ҡайттыҡ - Ғашиҡтар көнөндә ул саҡта нимә эшләнек икән? Бына ошолайыраҡ сығарғанбыҙ гәзитте - иҫ китерлек матур булған. Гәзитте генә әйтмәйбеҙ, фотолағы ғашиҡтарҙы әйтәбеҙ. Уларға ҡарап, йөрәкһенеп киттек.

Һинең бер ҡарашыңдан
Уйҙарым таралалар.
Һинең бер көлөүеңдән
Күңелдәр ҡыуаналар.
Яғымлы ҡарашыңды,
Ай-ҡояштай йөҙөңдө,
Ҡап-ҡара күҙҙәреңде,
Бик яратам мин һине.
Яратам, тип ҡабатлайым
Тағын, тағын, тағын да.
Мин бәхетле был донъяла
Һин булғанға янымда.
Тормошомдоң яҡтыһы һин,
Һин минең ҙур терәгем.
Тигеҙ ғүмер бирһен Хоҙай,
Бергә булайыҡ мәңге.
Нәркәс ИБРАҺИМОВА.
Гәзиттә баҫылған ошо шиғырҙы уҡығас, редакциялағы күңелдәре йомшағыраҡтар ҡулъялығына үрелде хатта - булһа ла була икән Ерҙә мөхәббәт, Һинд киноһындағы кеүек. 
Быйыл Ғашиҡтар көнөн  #исемеңдеһалдымйырҙарға конкурсы менән сикләргә булдыҡ. Уның ҡарауы, 23 февраль, 8 март байрамдарын берләштереп, йәнә бер конкурс иғлан итергә ине иҫәп. Уныһы һуңыраҡ, иң мөһиме, бергә булайыҡ, бергә йәшәйек - яратып-яратылып.    
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас