

Ғашиҡ иттең һин мине
Йәшлегем сәскә атҡанда.
Ғүмерлек юлдашым булдың
Һыҙылып таңдар атҡанда.
Йөрәгемдең яртыһы бит һин,
Һинең менән уртаҡ йәнем дә.
Ғашиҡтар көнөндә әйтер һүҙем:
"Мин яратам, һине,
Мәңге бул, һин - йәрем, янымда!"
Ғүмерҙәр йомғағын һүткәндә
Шатлыҡ-ҡайғы бергә булған.
Янымда булған яҡын кешем,
Ҡанаттар парлы, ныҡ булған.
Рәхмәт яуһын Хоҙайыма
Бәхет-шатлыҡтарҙың барыһына.
Минең улым-ҡыҙҙарым да,
Бабайым да янымда.
Тигеҙ ғүмер итәбеҙ,
Ейәндәр үҫтерәбеҙ.
Фәүриә ЙОСОПОВА, Үрге Бабалар ауылы