

Утыҙ йылдан артыҡ ваҡыт үткән
Һине тәү күреүемә.
Ғишыҡ уты һүнмәй икән –
Тоғро ҡалам һөйөүемә.
Яҙмышыбыҙға яҙылғас,
Ҡушылдылар уҙыр юлдар.
Ынйы мәрйен булып теҙелгәндәр
Ғаилә булып йәшәлгән йылдар.
Юлдарыбыҙ тигеҙ бара,
Ташы, һикәлтәләре лә юҡ кеүек.
Һин янымда булғас, йәнем,
Ҡаршы иҫкән ел дә һил кеүек.
Исемең дә миңә көс-дәрт бирә,
Йырлы итә һәр бер иртәне.
Эх, гармуныңда уйна әле...
Бына шул да
Йөрәк ҡылдарымды сирткәне.
Ҡорған донъябыҙға, һин бит, йәм биреүсе,
Аш-һыуыма ла тәм биреүсе.
Ғашиҡ булам көн дә һиңә, эй, илаһым,
Йәшәүемдең бар мәғәнәһе һин бит, Илһамым!
Рәзифә ЙӨҘӨМБАЕВА, Күмертау ҡалаһы.