

Ялған фекер был. Ышанмаһағыҙ, ҡыҙы булған атайҙарҙы күрегеҙ, Ҡыҙым, балам тип өҙгөләнеп тора - шуғалыр бик йыш ҡыҙ бала атаһына нығыраҡ бәйләнгән була. Ә ҡыҙыҡайы үҙенә һуйған да ҡаплаған булһа, был бала мотлаҡ бәхетле булыр тиҙәр.
Беҙҙең арала ла бәхетле ҡыҙҙар, атайҙар бар. "Юшатыр"ҙың 23 февраль һәм 8 мартҡа арналған сираттағы конкурсы: "АТАҺЫНЫҢ ҠЫҘЫ", Һеҙҙән фотолар көтәбеҙ, ата-ҡыҙ темаһына бер кәлимә һүҙ көтәбеҙ. Конкурста ҡатнашҡандарҙы аҙаҡ тауыш биреүгә сығарасаҡбыҙ, бында бары тик беҙҙең төркөмдә торғандар ғына тауыш бирә аласаҡ. Йомғаҡты Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына яһарбыҙ.
Тәүге конкурсантыбыҙ: Алһыу менән Рөстәм Халиҡовтар. Алһыу атаһына эйәреп тик йөрөй, ҡар көрәгәндә лә янында көрәк тотоп тора, машина йүнәтһә, эргәһендә майға буялып йөрөй. Атаһының күсермәһе.