#исемеңдеһалдымйырҙарға#юшатыргәзите конкурсында һәммәһе 8 кеше ҡатнашты, 8 генә түгел, 16 кеше ҡатнашты булып сыға - шиғыр яҙған һәр береһе артында берәү тора, тап ул авторҙы йыр яҙырға илһамландырған да.
Һәм бына Илһам беҙгә лә үҙе килде, Рәзифәһе менән. "Юшатыр"ҙың бүләген тапшырҙыҡ - кафеға сертификат.
...Ғашиҡтарҙың видеоһын ҡарап, йырҙарын тыңлап, шиғырын уҡып, бөтөн ғаләм мәж килде - булыр-булыр ерҙә мөхәббәт, был тиклем булмаҫ.
...Ғашиҡ булам көн дә һиңә, эй, илаһым,
Йәшәүемдең бар мәғәнәһе һин бит, Илһамым!
Йә, кемегеҙ иренә йә ҡатынына арнап, бергә 30 йыл йәшәгәндән һуң, ошолай тип яҙа ала?
Мөхәббәт кешене йәшәртә, дәртләндерә, көс бирә. Ғишыҡтарҙың үҙҙәренә генә түгел, был бәхеткә кем шаһит, барыһына ла бәхет өҫтәй. Бындай өлөш беҙгә лә бөгөн тәтене. Илһам менән Рәзифәнең фекере гәзиттә баҫыласаҡ, ә әле бөтәгеҙгә лә көн дә ғашиҡ булып йәшәргә булһын тип теләйбеҙ.
Кемдәр бәйгелә ҡатнашҡан, барыһына ла рәхмәт, һөйөүегеҙ һүрелмәһен-һүнмәһен, һәр саҡ йырҙар яҙырға этәргес булһын.