конкурстар
15 Февраль 2022, 12:35

Күҙҙәреңдә күпме наҙ!

Атайлы бала арҡалы, тиҙәр, балаларыбыҙға атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә Хоҙай насип итһен!  

Күҙҙәреңдә күпме наҙ!Күҙҙәреңдә күпме наҙ!
Күҙҙәреңдә күпме наҙ!

Ер йөҙөндә ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, эшлекле, аҡыллы, яҡшы атайҙар күберәк булһын!
АТАЙЫМА
Атай, һинең тыйнаҡ йылмайыуың,
Сабырлығың, тыныс аҡылың
Бәләкәйҙән миңә терәк булды,
Һин булғанға бөгөн аҡ юлым.
Атай, матур һүҙҙәр һөйләмәйһең,
Ләкин күҙҙәреңдә күпме наҙ!
- Атайыма әйтәм! – тиһәм әгәр,
Минән ҡурҡты хатта ата ҡаҙ.
Атай, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары,
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Шуға ышаныслы юлдарым.
Атай, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем,
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.
Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит,
Рәхмәт һиңә, атай, барлығыңа!
Һин – донъяла иң шәп атай бит!

Нәркәс СОБХАНҒОЛОВА. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас