

Ҡыҙ бала атай өсөн тыуа
Йәм биреп тормошона.
Йондоҙҙай юлын нурландыра
Ҡыҙ бала атаһына...
Ҡыҙ бала тыуған йортҡа икеләтә бәрәкәт өҫтәлә тигән ышаныу йөрөй халыҡта, беҙ был һүҙҙәрҙең дөрөҫ икәненә инанған ғаилә. Юшатыр иғлан иткән конкурста Күмертау ҡалаһынан Ильмир Ғәббәсов үҙенең өс ҡыҙы менән ҡатнаша. Доньялағы бар сабыйҙар ҙа ата әсәле, бәхетле булып үҫһендәр, тыныс тормошта йәшәһендәр тигән теләктә ҡала Ғәббәсовтар ғаиләһе.