конкурстар
26 Февраль 2022, 04:58

Ҡыҙлы ата матур була

Тағын ҡайҙа ҡасан күрер инек әле бындай гүзәллекте? Ҡыҙы булған ата ғәжәп матур була икән - шуны аңланыҡ. 

Ҡыҙлы ата матур булаҠыҙлы ата матур була
Ҡыҙлы ата матур була
Ҡыҙы булған ата ғәжәп матур була икән - шуны аңланыҡ. Һәр егет, ир заты ҡатын-ҡыҙ алдында күркәмләнә лә китә бит (күркәләнгәндәр ҙә була), шуның шикелле, ҡыҙлы ата, бәлки, үҙе лә һиҙмәҫтән, матурлыҡҡа нығыраҡ тартыла башлайҙыр. 
Конкурсыбыҙ һәйбәт бара, тәүге урында ике игеҙәге менән Венер Мөхәмәтшин - 359  тауыш. Икенселектә, бәләкәсе менән, Илфат Ситдиҡов - 331 тауыш. Уларҙан саҡ ҡына ҡалышып, өсөнсө урында -  атаһына һыйынып ҡына, Нәркәс Собханғолова ултыра. 
Кем тауышын йәлләмәй, үҙенә оҡшағандар өсөн төймәгә баҫҡан, рәхмәт. Ҡыҙлы аталар ифрат матурҙар - баҫмай ҙа түҙеп ҡара. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас