

Былай уҡ киң ҡоласлы булып китер тип көтмәгәйнек, рәхмәт, һеҙҙең арҡала бәйге популяр ғына булып китте.
Туғыҙ конкурсант араһында әлегә өс лидер айырылды. Венер Мөхәмәтшин, Илфат Ситдиҡов, Нәркәс Собханғолова. Нимәһе ҡыуандыра: башҡа гәзиттәрҙә ошондай бәйге иғлан ителһә (әле уларҙа медсестра конкурсы бара ахры) китә тауыш, ғауға: тауышты алдап йыйғандар, фәлән дә төгән. Шөкөр, беҙҙә ул-был юҡ. Барыһы ла тыныс. Артабан да тыныс ҡына, ата улды, инә - ҡыҙҙы танып, йәшәргә, эшләргә ине - Тыныслыҡ бөгөн иң актуаль тема.
Иртәгә тауыш биреү туҡтатыла.