

Тәтелдеге сығып киләләр. Диана менән Йәсминә. Редакция бүлмәһенә килеп ингәс кенә тындылар - ниндәй ят донъя был тинеләрме икән?
"Атаһының ҡыҙы" конкурсы еңеүселәре улар. Аталары ғына килә алмаған, ҡырҙа эшләп йөрөй.
- Ныҡ һағыналар аталарын. Бөгөн төнгө өстә кухнянан сыҡҡан тауышҡа уяндым. Сығып ҡараһам, Йәсминәм "Атай, ҡайт" тип илап ултыра.
Әсәләре Лиана Мөхәмәтшина һөйләүенән күҙгә хатта йәштәр эркелде.
Ике бәләкәс фәрештә тигәйнек, яңғылышмағанбыҙ, ысын фәрештәләр былар. Аталарының күсермәһе. Бер береһенә шул тиклем оҡшаштар, нисек айыраларҙыр?
- Холоҡтары төрлө уларҙың, етмәһә, Йәсминәнең маңлайында миңе бар, Диананың юҡ.
Яҡшымбәткә өләсәй менән олатай янына ҡайтып йөрөйҙәр икән үҙҙәре - өләсәй менән олатайлы булыу үҙе бәхет. Аталары ғына йышыраҡ ҡайтһа.
Бүләктәрҙе тапшырҙыҡ. Ҡыуанып ҡабул итте сабыйҙар. Алҡалар шәп булды, ҡолаҡтары ла тишек икән. Дәртләнеп сығып киттеләр. Арттарынан һоҡланып (күҙебеҙ генә теймәһен) ҡарап ҡалдыҡ - бәхетегеҙ тулы булһын, балаҡайҙар.