Кешегә булған һөйөүҙе әйтмәбеҙ, бигерәк ҡатмарлы ла уныһы, хайуандарға булған мөхәббәт тураһында ине һүҙ. "Юшатыр" конкурс иғлан итә: "Өйөбөҙ йәме". Күп кеше йортонда, фатирында ниндәй ҙә булһа кейек-ҡош тота, уныһы йортто йәмләргә тейеш йән эйәһе була торған. Беҙҙең яратыуҙы улар кире ҡаҡмай, алдамай, әжер талап итмәй, ике йөҙләнмәй, тап шуныһы менән, бәлки, хайуандар беҙгә ҡәҙерлелер ҙә. Беҙгә йортоғоҙҙоң йәмен - бесәй, эт, ҡуян, тутыйғош, сысҡан, ташбаҡа, балыҡ.... фотоларын ебәрегеҙ. Улар тураһында бәләкәй генә хикәйә лә кәрәк, хайуан тиһәң дә, уларҙың да һәр береһенең үҙенә генә хас ҡылыҡ-фиғеле була.
Конкурс апрелгә тиклем барасаҡ, аҙаҡ, һәр саҡтағыса, тауыш биреү була.
Фотола: Сафина Хөйсәйенова үҙенең Бантигы менән.