

Тора-бара кескәй генә көсөк ҙур аҡыллы йорт һаҡсыһына әйләнде. Өйгә ҡайтһаң, таныш тауышты әллә ҡайҙан танып, йүгереп килеп ҡаршылай ине",- тип дуҫым тураһында Гөлназ апайым һөйләне. Эт - аҡыллы хайуан, баланы унан да шәберәк аңлаған (әсәнән һуң) йән эйәһе бармы икән? Минең дә яҡын дуҫыма әйләнде Тархан. Көтөү ҡаршыларға, әллә ҡайҙағы йыраҡ баҫыу-ҡарҙарҙан быҙауҙарҙы алып ҡайтырға гел эйәреп йөрөнө, минән бигерәк малды ул үҙе ҡыуа торғайны. Мин уны Хатико менән тиңләй торғайным (был киноны иламайынса ҡарап буламы ни?), ныҡ кеше йәнле эт ине ул.
Ҡартайҙы. Ғүмере аҙағынса кешеләргә тоғро хеҙмәт итте, серҙәшебеҙ булды. Тарханды юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙек, сөнки ул беҙҙең ғаилә ағзаһы ине. Иҫтәлеккә Тархандан фотолар ғына ҡалды. Йәне күктәргә осһа ла, ул һаман булһа беҙҙе һаҡлап-ҡурсалап тора кеүек.
Әмир ИСҠУЖИН, Таймаҫ ауылы