конкурстар
21 Март 2022, 05:56

Ир егеткәй менән ат башы

Егет кеше атһыҙ буламы ни? 

Ир егеткәй менән ат башыИр егеткәй менән ат башы
Ир егеткәй менән ат башы

Ислам Мәзитов та, атаһы кеүек, бәләкәйҙән ат йәнле егет, үҙе атлай башламаҫ элек үк, атҡа атланды ул тип һөйләй ауыл халҡы. Иң яратҡан тоғро дуҫы - Шах. Дөлдөл әкиәттәрҙән ҡайтып төшкән Аҡбуҙат. 
Ислам әле 8-се класта ғына уҡыһа ла, район һабантуйындағы ат сабыштарында әүҙем ҡатнаша, республика кимәлендә үткән Терра Башкирии ярышында ла 2 йыл рәттән ҡатнашып өлгөрҙө ул. 
Егет күңелендә эйәрле ат ятыр, тиҙәр, Исламдың күңелендә лә ята ул - Шах. Йәнә лә шулай тип йырларға яратабыҙ : ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы. Һыбайлы Исламдың һәм уның дуҫының йөрөгән, барған-күргәндәре бары тик яҡшылыҡ булһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас