

Әминә ҡыҙыма ике йәш, бесәйгә лә шул тирә. Бесәйҙе ҡәйнәм урамдан табып алып ҡайтҡайны.
Әминәне балалар баҡсаһына алып барғанда артынан эйәреп бара, шулай оҙатып ҡуя. Әминәнең ҡайтҡанын Барсик ҡапҡа башына менеп көтөп ултыра. Улар шул тиклем дуҫ. Ҡыҙыбыҙ үҙе нимә ашаһа иң беренсе бесәйен ашата, хатта соска ҡаптырып маташа. Тауҙан да санаға ултырып бергә шыуып төшәләр. Өйгә кергәс йәшенеп, баҫтырышып уйнайҙар. Бесәй өйҙә булһа яңы алған уйынсыҡ та кәрәкмәй.
Зәлиә ВӘЛИТОВА.