конкурстар
25 Марта 2022, 12:59

Ышаныслы һаҡсы

Беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәребеҙ өсәү-Таһир, Камила, Айгиз. Айгиз улыбыҙ- иң бәләкәй ейәнебеҙ.

Ышаныслы һаҡсыЫшаныслы һаҡсы
Ышаныслы һаҡсы

Ҡалала йәшәһәләр ҙә ауылды бик ярата Айгиз. Уның ҡайтыуын бөтәбеҙ ҙә көтөп алабыҙ.ьМатур йылмайыуы, алсаҡлығы, балаларса аҡыллы булыуы менән үҙен яраттыра белә ул. Таһир ағайы, Камила апайы менән татыуҙар, уйнап туймайҙар. Этебеҙ Томан да балаларҙың ҡайтыуына бик шат. Ул да һағынып көтөп ала был күңел байрамдарын. Ана бит, нисек ҡыуана бәләкәй дуҫы менән осрашыуға! Эт -кешенең иң тоғро дуҫы икәнлеген Айгиз дә аңлар эле үҫкәс. Һаулыҡ, ғүмер, бәхетле киләсәк насип булһын балаларҙың барыһына ла.

Томан хәҙер оло ғына эт. Хужаһы менән һунарға йөрөргә ярата. Тыныс, сабыр. Өйөбөҙҙөң ышаныслы һаҡсыһы, беҙҙең тоғро дуҫ. 
Беҙ уны ла ғаиләбеҙҙең бер ағзаһы кеүек күреп торабыҙ.

Ғәзимә Азнабаева, Абдул ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас