конкурстар
30 Марта 2022, 04:43

Дүрт аяҡлы дуҫыбыҙ - Йәйғор!

Беҙҙең ташбаҡабыҙ төрлө төҫлө булғанға Йәйғор тип ҡушамат бирҙек.  

Дүрт аяҡлы дуҫыбыҙ - Йәйғор!Дүрт аяҡлы дуҫыбыҙ - Йәйғор!
Дүрт аяҡлы дуҫыбыҙ - Йәйғор!

Ул ҡыҙыл ҡолаҡлы ташбаҡалар төркөмөнә ине.Беҙ иҫәпләп сығарыуыбыҙса,уға 5 йәштәр тирәһе,оҙонлоға 25 см. Һылыуым менән икәүләп ташбаҡабыҙҙы тәрбиәләп ҡарайбыҙ: кәрәкле аҙығын алып ашатабыҙ,һыу индерәбеҙ,йүгертеп тә алабыҙ.Йәйгеһен йәшел үлән ашаһа,ҡышын күберәк ит ашарға ярата. Һыу ташбаҡаһы булараҡ,ул үҙен һыуҙа ғына яҡшы тоя.Йәйғорҙо беҙ яратабыҙ, хатта ул беҙҙе таныған кеүек.
Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһының 2 класс уҡыусыһы Дәүләтова Элиза.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас