конкурстар
2 Апреля 2022, 07:03

"Йөрәк туҡтай хәҙер"

- Здравствуйте. Почему голосование не остановите, 19:00 же. 

"Йөрәк туҡтай хәҙер""Йөрәк туҡтай хәҙер"
"Йөрәк туҡтай хәҙер"

"Юшатыр" гәзите 19:28 (Вы)
- Скоро
- Мы поседеем сейчас.
Бынау, Юшатыр гәзите призына тауыш биреү бигерәк ирмәк килеп сыҡты. Ғәләмәт күп кеше ҡатнашты. Биш ҡыҙҙың икәүһе башҡаларҙы артта ҡалдырып китте лә барҙы, ошо ике һылыу араһында барҙы ла ҡуйҙы "алыш". Көнмө, төнмө тип тормай, яҙҙылар: Туҡтатығыҙ. Юғиһә, йөрәк туҡтай хәҙер (өҫтәге яҙманы сара барғанда яҙҙылар). Йәшлек мәҙәниәт һарайында ла бер нисә кеше янға килде: рейтингты күҙәтә торғас, төн йоҡолары осто, ике ҡыҙ алда бара, шуларҙың береһен дә рәнйетмәҫкә ине, икеһенә лә бирегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, ә?
Шулайттыҡ, әлбиттә. Луизаға ла бүләк, Айгизәгә лә бүләк. Егеттәрҙе лә онотманыҡ. Конкурста ҡатнашҡан иң йәш батырға бирҙек, Яҡут батырына. Ҡыҫҡаһы, бына улар барыһы ла: Луиза Буранова, Айгизә Бикмаева, Рәмзил Йомаҙилов.
Кемдәр беҙҙең тауыш биреүҙә ҡыҙҙарға ярҙам иткән, ҙур рәхмәт.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас