Тик беҙ уны, әлбиттә, онотманыҡ. Саҡ ҡына тын алайыҡ та, нөктә ҡуйып ҡуйырбыҙ тинек. Бына ул мәл етте.
Еңеүсене тауыш биреп кенә билдәләргә ине (беҙгә йәтеш - расход аҙ), улай ғәҙел булмай, һәр береһен бүләкләгеҙ, бәләкәй генә бүләк булһа ла килешер, тинеләр. Уҡыусы шулай уйлай икән, тимәк, уны тыңларға кәрәк. Алдыҡ бүләктәрҙе. Килешер һымаҡ.
1. Әмир ИСҠУЖИН, Таймаҫ ауылы
2. Ислам МӘЗИТОВ, Ялсыҡай ауылы
3. Зәлиә ВӘЛИТОВА, Өфө ҡалаһы (Яңы Таймаҫ)
4. Айгиз АҘНАБАЕВ, Абдул ауылы
5. Элиза ДӘҮЛӘТОВА, Күмертау ҡалаһы
6. Наҙгөл ХАРРАСОВА, Күмертау ҡалаһы
7. Наҙгөл ҒӘББӘСОВА, Кумертау ҡалаһы.
Конкурсанттарыбыҙ ошолар. Балалар, һеҙҙе редакцияла бүләктәр көтә.