

Бер үҙе генә килмәгән, әсәһен эйәртеп алып килгән. Конкурсыбыҙҙа ҡатнашты бит ҡыҙыҡай, ул көтә тигәс, тоттоҡ та ҡайтыу яғына ашыҡтыҡ - баланы көттөрөргә ярамай.
Наҙгөлдөң өйөндә бер түгел, ике йәнлек йәшәп ята - ташбаҡа, бесәй. Бесәйе ярар, күнеккән хайуан, ташбаҡаны алырға нисек баш етте - ата-баба баҡмаған кейек тә.
- Магазинда күреп ҡалды ла йәбеште - ал, - әсәһе һүҙгә ҡушыла.
Ҡыҙ һүҙен һүҙ итә, теләген тормошҡа ашыра торған кешегә оҡшаған, ҡаҙармалар бит улар, аҙ ғына һөйләштек, шуны тойҙоҡ. Афарин, беҙгә ныҡыштар ныҡ кәрәк.