

Айгиз Аҙнабаев. Хәтәр дәртле егет, теле телгә йоҡмай, бала бар ерҙә сер юҡ тиҙәр, дөрөҫ икән.
- Күмертауҙа балалар баҡсаһына йөрөйөм, Ромашкаға. Ауылға ла ҡайтабыҙ - Абдулға.
-- Атаҡ, унда нимә бар?
- Унда Томан бар (эте). Тағы ла олатай менән өләсәй бар.
- Исемең бигерәк матур икән, кем ҡушты был исемде?
- Олатайым ҡушты.
- Ғаиләлә нисә бала һеҙ, күмәкме?
- Күмәк.
- Нисәү?
Айгиз биш бармағын күрһәтә.
Янында торған атаһы көлә: алдай ул, ғаиләлә ул берҙән бер бала. Айгиз үҙенең хыялын асып һалғандыр, бер үҙем генә булмайым, тағы ла кәрәк. Күп кәрәк, тип әйтеүелер.
Бирһен Хоҙай. Үҙең күрһәткән бармаҡтар кеүек, барыһы ла һинең бишле билдәһе ҡуйырлыҡ булһын, Айгиз.