Эштән йонсоп, йоҡомһорап ултырған бүлмә йәнләнде лә китте - яныбыҙға яҙ дәрте килеп инде. Наҙгөл Харрасова. Бер туҡтауһыҙ йылмая үҙе, донъяһы түңәрәк, барыһы менән ҡәнәғәт.
- Наҙгөл, тутыйғоштарыңды ҡарап арымайһыңмы?
- Юҡ, улар талымһыҙ, мыжыҡ түгелдәр, - беҙҙең эт-бесәйҙән башҡа нәмә күргән юҡ, шуға һорауыбыҙ,- БРГИ-ла уҡыйым, йырларға яратам.
- Улай булғас, үҫкәс, һине сәхнәлә күреп, сәпәкәй итеп ултырырбыҙмы?
- Эйе.
Ҡыҙыбыҙ бүләкте алды ла китте, сығып барышлай ҙа йылмайыуынан туҡтаманы, үҙе китте, ә йылыһы ҡалды. Ғүмер буйы шулай йән-тирәңә йылы таратып ҡына йәшәргә булһын, Наҙгөл. Ҡотлайбыҙ.