конкурстар
13 Апреля 2022, 09:17

Хыял

Бала хыялының сиге булмай, кәртәләр юҡ уға, әллә ҡайҙарға тиклем алып сығып китә ала.

ХыялХыял
Хыял
Бәләкәс Элизаның хыялы - диңгеҙҙе күреү. Бер беҙ генә был турала хыялланабыҙмы тиһәк, бала ла, ана, зәңгәр даръя, йылы ҡом, пальмалар тураһында хыял йөрөтә. 
- Ҡарале, диңгеҙ һиңә нимәгә, Аллабирҙегә ҡайтып, Юшатыр йылғаһында сәпелдәһәң етмәйме ни, - беҙ ҡыҙҙы юрамал ҡарыштырабыҙ, Элиза алдына алғанын ҡуя торған түгел - барыбер диңгеҙгә барам!
Элиза Дәүләтова беҙҙең конкурста ҡатнашып еңгән ҡыҙ, ташбаҡаһы менән төшкән фотоһы бигерәк матур килеп сыҡҡайны. Бына әле бүләк алам тип килгән. Арҡаһынан тупылдатып яраттыҡ:
- Диңгеҙгә генә түгел, уның аръяғына тиклем барып етергә, Ер шарын урап сығырға яҙһын, Элиза, бөтөн матур хыялдарың тормошҡа ашһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас