конкурстар
14 Апрель 2022, 10:03

"Асам да ҡарайым"

"Күңелеңә яҡын алма, тормош түгел бешкән алма".  

"Асам да ҡарайым""Асам да ҡарайым"
"Асам да ҡарайым"
Үҙидара көнөнә арналған тауыш биреүҙе йөрәккә үтә ныҡ яҡын ҡабул итмәгеҙ тигәйнек тә, күңел барыбер үҙенекен итә (бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙ күңеле): туҡтатығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, нервылар бөттө, асам да ҡарайым, асам да ҡарайым, тигәнгә оҡшаш хәбәрҙәр килә. 
Ике ҡыҙыбыҙ алға сыҡты. Төп көрәш улар араһында булыуға оҡшай, ә шулай ҙа әле ваҡыт бар - кем белә аҙағы нисек булыр? 
Бөгөн кәйефтәр саҡ ҡына икенсерәк: 
"Һәр саҡ байрам ғына булмай ул юл,
Шатлыҡтарға ҡайғы тоташты,
Тайып китһәм, таянысым булды,
Ышанысым булды Гөлшатым". 
Шулай, ҡыҙҙар, нимә булһа ла, бер-беребеҙгә таянып, гел шат йәшәйек. Тауыш биреү дауам итә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас