конкурстар
15 Апрель 2022, 08:36

Бер генә ҡарау етә

Бына ғәләмәт, йырҙар миллион, уларҙың күбеһе, әлбиттә, ҡыҙҙарға бағышлап яҙылған, ә бына Филүзә тигән йырҙы табып булмай.

Бер генә ҡарау етәБер генә ҡарау етә
Бер генә ҡарау етә

Бындай исемле ҡыҙҙарға береһе лә ғашиҡ булмаған тигәнде аңлатмай был. Ышанмаһағыҙ, Таймаҫ ауылы биләмәһе хакимиәтендә эшләгән Филүзә Вәлидоваға бер генә күҙ ташлағыҙ. Үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән, йыр ижад итә башлауығыҙ ихтимал. 

"Дороже всех мне стал твой смех,
И огоньки в глазах, 
Прошу тебя, прости меня, 
Моя Филюза", тип берәүҙең тубыҡланып, руссалаптырып ғәфү һораған йырын таптыҡ. Һорарһың да, бындай ҡыҙҙар алдында ғәйепкә ҡалыуың тиҙ, аҡланыуҙары ай-һай. 
...Йырҙар йырлау дауам итә, тауыш биреү ҙә дауам итә. Күп ҡалманы. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас