Ниңә улай икәнен кисә белдек.
Ислам Мәзитовты Ялсыҡай урамында тап иттек. Ашығып ҡайҙалыр китеп бара. Саҡ артынан ҡыуып еттек.
- Ваҡыт юҡ, - тине егетебеҙ, - эш күп.
Ауыл малайы бит ул, мал йәнле кеше, йорт-ҡура тирәһенән айырылып китә алмай. Тапшырҙыҡ бүләкте, йылтыр-мылтырға бик иҫе китеп бармай Исламдың, ергә ныҡлы аяҡ баҫып торған егет тә ул, шулай ҙа бүләк-бүләк инде, ҡыуанды: хужалыҡта ярап ҡалыр әле.
Конкурсантыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, бик ышаныслы, ергә ереккән егет, барыһы ла һинең алда яҡшы булыр, Ислам. Шулай була күрһен.