конкурстар
16 Апрель 2022, 04:20

"Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған..."

Уның орбитаһына эләгеүе еңел түгел, тик бер эләктеңме, бөттө, ысҡына алмайһың, тартыу көсө һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәк. Венера. 

"Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған...""Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған..."
"Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған..."
Боронғо Римда уҡ хатта батшалар ҙа уның алдында баш эйгән, матурлығына иҫтәре китеп, ғажиз булған. Был исем бер милләт эсенә генә һыйып ҡала алмаған (йыһан да ул!), шуға башҡортса-татарса йырҙарҙы табыуы ҡыйыныраҡ. Әммә, дөрөҫтөрмө-юҡмы, Яңы Мораптал урамында йәйге матур кистәрҙә ниндәйҙер егеттең "Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған, Венераҡай, ҡара ла ҡашыңа" тип йырлағанын ишеткәндәр. 
...Беҙҙең йырҙар йырлау дауам итә, тик оҙаҡ түгел, киләһе аҙнала йырлауҙан туҡтайбыҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас