Әсәһе менән. Бигерәк илгәҙәк икән үҙе, әллә ниндәй, ғүмерҙә күрмәгән бабай тип торманы, ҡулдарын ике яҡҡа йәйҙе лә ҡосаҡҡа ташланды. Үҙенең хәбәре бөтмәй, тәтелдәй генә, нимә әйткәнен аңламаһаҡ та белдек - бала шатлана.
"Өйөбөҙ йәме" конкурсында ҡатнашты ике йәшлек Әминә, Өфө ҡыҙы ул, шулай ҙа әле Яңы Таймаҫта йәшәп ята, башҡаланың шау-шыуын тыңлап ултырғансы, бында - сәхрәлә, тынлыҡта рәхәтләнә.
- Һорағанда нимә әйтергә белмәй юғалып ҡалдым. Әминә һүрәт төшөрөргә ярата, төҫтәрҙе белә. Тышта эт, бесәй менән уйнарға ярата
Бүләгегеҙгә ҙур рәхмәт, һаман ҡулынан төшөрмәй йөрөтә бокалын

Әминәнең әсәһе Зәлиә беҙгә бына ошолай тип яҙып ебәргән.
Был хәбәрҙән беҙ әллә кем, әйтерһең, донъялағы иң ҡыйбатлы бүләкте тапшырып, баланың күңелен күреп ҡайттыҡ.
Шатлыҡтарың күп булһын, ҙур булһын, балаҡай, атай-әсәле түңәрәк тормош ҡапҡаларыңды шаҡымай ҙа килеп кереп кенә торһондар.