Иң мөһиме, әйтер һүҙҙәр ҡағыҙға яҙып ятланған, көҙгө алдында тороп, репетиция үткәрелгән. Юҡ. Сәхнәлә барыһы ла баштан осто.
Ике яҡтан ике һылыу килеп баҫһа, һеҙ нимә эшләр инегеҙ? (Ике иңгә килеп ҡунған фәрештәләр, әйтерһең!) Зөлфиә Араптанова менән Гөлназ Раимова. Алдан белмәһәң, уларҙы берәй, мәҫәлән, Линара Таһировның "Һылыуҡай" студияһында эшләй тиер инең. Улар янында телһеҙ ҡалғанға ла аптырарға түгел, иң көслө бәһлеүән дә ҡалтырап төшөр, быуындары тотмаҫ, теле бәйләнер, зиһене томаланыр.
Беҙҙең конкурста еңде ҡыҙҙар. Иң күп тауыш йыйғандар улар булды.
Аңҡы-тиңке килеш бүләкте бирҙек, сығып киттек. Аяҡтар ер һиҙмәне, башта уйҙар булманы, унда бары матур музыка ғына уйнаны. Бына әле генә, аңға килеп, кисәге ваҡиғаны яҙып ултырыш.
Ҡотлайбыҙ, ҡыҙҙар. Тормошта бары тик еңеүҙәр яулап ҡына, бәхетегеҙҙән ерҙе тоймай осоп, фәрештәләр ҡурсалауында йәшәргә-эшләргә яҙһын.