

- Үҙидара көнөнə ойошторолған конкурста онлайн тауыш биреү генə булыуға ҡарамаҫтан, бик ҡыҙыҡлы булды. Был конкурсты ойошторғанығыҙ өсөн "Юшатыр" гəзитенə рəхмəт. Минең өсөн тауыш биргəн һəр бер кешегə рəхмəттəремде юллайым. Туғандарым, дуҫтарым бик сəмлəнеп китте, минең өсөн тауыш йыйыуҙа улар əүҙем эш алып барҙы. Ауыл билəмəлəре хакимиəттəрендə эштəр идарасһы булып эшлəгəндəрҙең барыһы ла белемле, үҙ эштəрен яратҡан кешелəр. Беҙ гел бер-беребеҙгə ярҙам итеп торабыҙ.