конкурстар
1 Май 2022, 05:36

"Мин точно Апаратинова өсөн тауыш бирҙем"

Зөлфиə АРАПТАНОВА, Илкəнəй ауыл билəмəһе хакимиəте эштəр идарасыһы:

"Мин точно Апаратинова өсөн тауыш бирҙем""Мин точно Апаратинова өсөн тауыш бирҙем"
"Мин точно Апаратинова өсөн тауыш бирҙем"

- Минең был вазифала эшлəүемə быйыл 14 йыл була. Ауыл билəмəлəренə яңыраҡ эштəр идарасыһы булып килгəн йəш ҡыҙҙар ҙа белемле. Улар беҙгə ярҙам итеп ебəрə, ə беҙ уларға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Был вазифала эшлəгəн һəр береһе бик аҡыллылар, матурҙар һəр берһе конкурста еңеүгə лайыҡлы. Минең өсөн тауыш биргəн туғандарыма, дуҫтарыма, Илкəнəй ауыл билəмəһенə ҡараған һəр ауыл халҡына һəм əлбиттə минең еңеүем өсөн янып-көйөп йөрөгəн коллегаларыма хөрмəтегеҙ, ихтирамығыҙ өсөн сикһеҙ рəхмəтлемен. Хатта балалар ҙа тауыш биреүе ҡыуандырҙы. Бер бала "Мин точно Зөлфиə Апаратинова өсөн тауыш бирҙем", - тип тə ебəргəн. Шулай фамилямды да үҙгəреп бөттө, ҡыҙыҡ хəлдəр күп булды тауыш йыйыу ваҡытында. "Юшатыр"ҙарға беҙҙе ҙурлап матур бəйге ойошторғандары өсөн рəхмəт, ижади уңыштар, һаулыҡ телəйем.

Үҙидара көнөнә арналған бөтөн материалдар гәзиттә үткән йома һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас