конкурстар
21 Июнь 2022, 10:57

ИҒТИБАР: КОНКУРС

Туй - кешенең ғүмерендә бер генә була торған ваҡиға. 

ИҒТИБАР: КОНКУРСИҒТИБАР: КОНКУРС
ИҒТИБАР: КОНКУРС
Дөрөҫ, тормоштоң да төрлө сағы була, кемдер үҙ ғүмерендә әллә нисә туй үткәреп ташлауы ла бар. Бер йырҙа йырланғанса, "Тик бер генә булһын, ғүмерлеккә ҡалһын бер-береңә биргән балдаҡтар" булғаны яҡшыраҡ. Ҡыҫҡаһы, беҙ конкурс иғлан итергә булдыҡ: ""Туй күлдәге". 
"Туй күлдәге бер көнлөкмө -
Туй күлдәге ғүмерлек" тип йәшәгәндәр араһында буласаҡ был конкурс.
Аҡ күлдәк, фата, күгәрсен, шат йырҙар, бәхетле йылмайыу - ғүмерегеҙҙең мөһим ваҡиғаһын - туйығыҙҙы сағылдырған мәлгә бәйле фотолар ҡабул итәбеҙ. Конкурс июль айының 8 көнөнә тиклем барасаҡ. Әлегә фотолар, торараҡ тауыш биреү башланасаҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас