конкурстар
5 Июль 2022, 04:54

Һыйынышып ҡына йәшәгеҙ!

Шулай итеп, барыһы ла артта ҡалды. Конкурс тамам.  

Һыйынышып ҡына йәшәгеҙ!Һыйынышып ҡына йәшәгеҙ!
Һыйынышып ҡына йәшәгеҙ!
Башҡа конкурсанттарҙы артта ҡалдырып, ике пар алға сыҡты, беҙҙең ҡарар (һеҙҙең фекерҙәрҙе, әлбиттә, иҫәпкә алып): беренсе, икенсе урынды бирергә һәм ошо парҙарҙы бүләкләргә. Кемдәр улар - төртөп күрһәтеү артыҡ, үҙегеҙ күрәһегеҙ, үҙегеҙ уларға әле һоҡланып ҡарап тораһығыҙ. Бүләкләү 7 июлдә башҡарыла.
Һәммәһегеҙгә лә ҙур рәхмәт. Мөхәббәтте һүрелтмәй, фотоларҙағы һымаҡ, бер-берегеҙгә һыйынышып, ҡулға-ҡул тотоношоп, йылмайышып ҡына йәшәргә яҙһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас