конкурстар
7 Июль 2022, 08:10

Иң мөһиме гел булһын

Балаларҙың исемдәре ҡалай матур: Руфина, Арыҫлан. 

Иң мөһиме гел булһынИң мөһиме гел булһын
Иң мөһиме гел булһын

Шулай булмай, матур ғаиләлә исеме лә есеме лә матур булған бала тәрбиәләнергә тейеш. Беҙҙең "Туй күлдәге" конкурсында ҡатнашып, икенсе урынды яулаған Вәлитовтар ғаиләһе тураһында һүҙебеҙ.
Ҡарай ҡыҙы Розалина менән Яҡшымбәт егете Руслан алты йыл бергә йәшәй. Йәшәй тип әйтеү генә етәме икән? Мөхәббәт утында янып, йөрәктәре бер тулҡында тибеп, бына ошондай матур сабыйҙарға ғүмер биреп, уларҙы йән йылыһында йылытып..... Йәштәрҙең ғүмере тураһында маҡтау һүҙҙәрен кискә тиклем һанап ултыра алабыҙ.
- Уйламаҫтан ғына ҡатнаштыҡ был конкурста, - Розалина бүләк артынан ике ҡошсоғо менән килде редакцияға, Руслан - эштә, - Аллаға шөкөр, матур йәшәйбеҙ, ҡалала фатирыбыҙ бар, ҡайтам тиһәк, ауылыбыҙ бар: Ҡарайҙың да, Яҡшымбәттең дә юлын һыуытмайбыҙ.
Барыһы ла бар. Барыһынан бигерәк, иң мөһиме, мөхәббәт бар. Бәхетле тигеҙ ғүмер һеҙгә, йәштәр, артабан да матур итеп йәшәргә яҙһын. Ҡотлайбыҙ!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас