конкурстар
7 Июль 2022, 08:55

Ташып торһон бәхеттәр

"Туй күлдәге" конкурсында беренсе урын яуланы улар -Яҡуповтар. 

Ташып торһон бәхеттәрТашып торһон бәхеттәр
Ташып торһон бәхеттәр

Был тиклем ҡыҙыу булыр тип кем уйлаған, йәштәребеҙ ныҡ дәртле, сәмле, береһенең дә артта ҡалғыһы килмәне. Һөҙөмтәлә барыбер улар еңде - Яҡуптовтар, Гөлфиә һәм Юнир. Яндарында, әлбиттә, бәләкәс тә бар - Камилла. Ул булмаһа, бәхет тә тулы булмаҫ ине.
- Беҙҙең өсөн бөтөн донъя тауыш бирҙе, - тине Гөлфиә, - Алыҫ Көнсығыштан алып, Калининградҡа тиклем. Ирем Себерҙә, беҙ үҙебеҙ Өфөлә йәшәйбеҙ, әле ауылға ҡайтҡан мәл -Яҡшымбәткә. Юнир - Абдулдыҡы. Әйткәндәй, мин һеҙҙең конкурста ҡатнашҡаным булды, 2010 йылда үткәрелгән "Сибәркәй" конкурсы ине.
Әйтәм, йөҙө таныш Гөлфиәнең, яҡшы кешеләргә беҙҙең хәтер шәп.
Яҡшымбәттән Юлай Аҙнабаев ағай ҙа килгән, Камилланың олатаһы. Ул да шаһит булды беҙҙең тантанаға.
....Конкурстың исеме ябай ғына яңғыраһа ла ("Туй күлдәге"), мәғәнәһе бик тәрән. Был күлдәк ғүмере буйы таҙа, таушалмай, саф көйө һаҡланырға тейеш. Ғаиләгеҙҙә лә, ошо күлдәк һымаҡ, һәр ваҡыт таҙалыҡ, сафлыҡ булһын. Бәхетегеҙ тулы ғына түгел, ташып торһон.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас