Алдан уҡ әйтәбеҙ, беҙ кемгәлер "теге насар, был яҡшы" тигән ҡарар сығарырға йыйынманыҡ, дин әһелдәренең бындай һатыу нөктәһе яндарында ғына булыуына ризаһыҙлыҡ белдергәнен белә инек, бинаны арендаға биреүсегә лә өндәшкән булғандар, тегеһе (үҙе лә диндә икән, етмәһә), яуырын ғына һикерткән: кем нисек булдыра, шулай аҡса таба.
Һәр кем үҙенсә һығымта яһар, ысынында, барыһы ла үҙ юлын үҙе һайлай - мәсет яғына алып китәме аяҡтары, әллә....
Беҙҙең эш еңелерәк: конкурста кем еңгәнен генә һайлау. Һайланыҡ. Ялсыҡай ауылынан Мәҙинә Ҡунаҡҡолова. Редакцияла һеҙҙе бүләгегеҙ көтә, апай.