

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_82722
- Уйын ғына тип яҙҙып ебәргән инем, бүләк алырмын тип бер ҙә көтмәнем, рәхмәт инде үҙегеҙгә саҡырып бүләкләгәнегеҙ өсөн. Ауыл клубының китапханаһында эшләйем, "Юшатыр" гәзите эшкә килә, шуға ҡарамаҫтан үҙемә, өйгә лә яҙҙырып уҡыйым. Районыбыҙҙың, ҡалабыҙҙың барлыҡ яңылыҡтарын яҡтыртып торған баҫманы яратып, ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Ҡайһы берҙә үҙем дә ауылдың яңылыҡтарын яҙып ебәрәм. Беҙҙең ауыл бәләкәй генә булһа ла, "Юшатыр" гәзитен бик күп кеше алдыра, яҙылыу кампанияһы барған осорҙа ауылдаштарҙы гәзитебеҙгә яҙылығыҙ тип әйҙәп тә торам. Ҙур рәхмәт, эштәрегеҙҙә уңыштар теләп ҡалам!