Аҙаҡ унда намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды, унда ла булдыҡ. Бер заман бында ҡырғыҙҙар килеп тулды, унда ла кафеға инергә тура килде.
Был сама, күп итеп "Юлсы" ға һуғылып йөрөгәс, билдәле, бәҙрәфенә лә индек. Ныҡ шәп бәҙрәф. Уңайлы. Кергән һайын керге килеп тора. Нимәгә әле быныһы? Әле был кафе (хужаһы А. Яҡшыбаев) конкурста ҡатнаша - "Иң шәп бәҙрәф" тип атала был бәйге.
Тауышығыҙҙы бирегеҙ, район һәр яҡлап телгә алынырға, яҡшы яҡтан күренергә тейеш, уңыштары күп, бәҙрәфтәре лә башҡаларҙыҡынан шәберәк икән тиһендәр.