Күптәр улар, шулай ҙа таныш йөҙҙө күҙҙәр шунда уҡ таба - Айбулат Үлмәҫбаев. Район полиция начальствоһы уны ла "бар, ҡатнаш" тип ебәргән. Шулайтмай, характеристкаһы ниндәй: планды шәп үтәй, участкаһындағы енәйәтселәр кәмегәндән-кәмей...
Тауыш биреү саҡ ҡына ҡатмарлыраҡ: тәүҙә әллә ниндәй һандар йыйыуҙы һорай, шулай ҙа был ҡыйын эш түгел, участковыйбыҙ еңһен тиһәк, был һан-хәрефте йыйыуы ғына әллә ни түгел.