Был ил беҙгә хәс әкиәт иле һымаҡ тойола. Был әкиәт ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм, әлбиттә, бәхетле булһын тиһәк, унда мотлаҡ өләсәй һәм олатай булырға тейеш. Кем ошо ике кешенең наҙын, мөхәббәтен тойған, был кеше үҙен бәхетле булды бала сағым тиәсәк. Олатай менән өләсәй һөйөүен тағы нимәлер алмаштыра аламы ни?
Бөгөн был тема актуаль тип (балалар баҡсаһы - төп тәрбиә биреүсе урын булып ҡала бара) беҙ, Ололар көнөнә арнап, конкурс ойошторорға булдыҡ: ӘКИӘТ ИЛЕ. Олатай, өләсәй һөйөүендә үҫкән, уларға рәхмәтле булған балаларҙан хаттар көтәбеҙ.
Ижади эштәр, хаттар 23 сентябргә тиклем ҡабул ителә, аҙаҡ тауыш биреү башлана.