конкурстар
16 Сентября 2022, 11:13

Минең өләсәйем

Минең өләсәйем Зәйтүнә Кинйәабыҙ ҡыҙы Мырҙабаева.

Минең өләсәйемМинең өләсәйем
Минең өләсәйем
Туғай Кинйәһендә тыуып , ҡалған ғүмерен Яҡуп ауылында үткәрҙе. Өләсәйем хәҙер мәрхүм инде. Ул был яҡты донъяларҙан китһә лә, мин уны һаман һағынам. Хәҙер өйҙә тынлыҡ, арҡанан һөйөп, ейәнсәрем тип яратыр кеше юҡ. Миңә өләсәйҙә, әхирәттә була белде. Әсәйем ҡапҡанан сығып китеүе була, тиҙ генә биҙәнгестәрҙе аламда өләсәй янына килеп ултырам. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй торғайны. Биҙәндереп ултыртам, тырнаҡтарын ҡып-ҡыҙыл итеп буяйым. Мин матур ҡыҙым биҙәндерҙе тип әсәйемә һөйләп көлә ине. Ҡаҙ бәпкәләрен бергә ҡарап үҫтерә инек. Ҡоймаҡ, бәлештәр телеңде йоторлоҡ тәмле, бәйләгән ойоҡбаштары йылы булды. Бер ҡасанда йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Әрләгән ваҡыттары ла булғандыр, ҡыҙ булһамда шаян инем. Уларҙы бик иҫемдә ҡалдырманым. Өләсәйле булыу икеләтә бәхет икәнен уны юғалтҡас аңланым. Өләсәйҙәр тере саҡта ҡәҙерҙәрен белегеҙ. Өләсәйле бала саҡ - иң бәхетлеһе.
 
Аиша Иҫәнбирҙина, Яҡуп ауылы
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас