

Уйнап йөрөгән еремдән айырылып, мин аласыҡ янында ышыҡта яңы килгән гәзит-журналдарҙы күҙәткән олатайыма йүгереп киләм һәм уны шунда уҡ етәкләп тә алам. Олатай ҙа еңел генә ҡуҙғалып, минең арттан эйәрә.
Ауылда йәй! Ҡояш, инде минең эшем бөгөнгә тамам тигәндәй, Ҡара Тәкә урманы яғына ыңғайлаған. Һарыҡ- кәзәләр тауышы, һыйыр мөңрәп ҡуйыуы, бәр-бәр- бәр тип һарыҡ саҡырыу, ҡайҙалыр радиоалғыстан моңло йыр ағылыуы ла киске һиллеккә әйтеп бөткөһөҙ йәм өҫтәй, күңелде күтәрә.
Беҙ, инде һарыҡтарҙы кәртәгә ябып, бәләкәс олатайым менән ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә сыҡҡанбыҙ. Мин ошо киске ығы-зығыны күҙәтһәм, олатайым уң ҡулын йәпле генә итеп маңлайына ҡуйып тирә-яҡты байҡай. Эстән генә бер туҡтауһыҙ шыбырлай үҙе. Беләм инде ни тигәнен дә: бесәнселәр эштәрен бөткөләгәнсе ямғыр яумай тороуын, игендәр емерелеп уңыуын, мал тыуарҙар имен, бала сағалар иҫән булыуын теләй ул, артынса доға ҡылып, ҡуш услап битен һыйпап ҡуя, быға мин дә өйрәнгәнмен, алаһу әкбәр тиеп ҡулдарымды әҙер тотам. Бик күп доғалар белә олатайым. Уйынға әүрәп тәкмәсләп китһәм, тубығым йә башҡа ерем ауыртһа, йә юҡтан ғына тауышланып, маҙаларына тейеп илаһам, еңмешләнһәм, бәләкәс олатайым доғаһын уҡып башымдан һыйпауы була, мин йәнә аҡыллы, тыйнаҡ ҡыҙға әүереләм дә ҡуям.
Әйткәндәй, бәләкәс олатай тигәнгә ғәжәпләнеп ҡуяһығыҙҙыр әле, нисек инде, үҙе олатай, үҙе бәләкәй? Шулай шул бына! Йәш буйынса беҙҙең ғаиләлә олатай иң олоһо. Ул бит хатта минең атайыма ла олатай! Ә миңә ҡарт (оло) олатай. Үҙемдең олатайым, йәғни әсәйемдең атаһы, күрше ауылда йәшәй. Ул баһадир кәүҙәле, киң яурынлы булғанға күрә мин ҙур олатай тип исемләнем, ә ҡарт олатайым, ҡаҡса кәүҙәһе, үтә ҙур булмаған буйы менән бәләкәс олатай булды ла ҡуйҙы минең өсөн. Бына шулай, сере ябай минең олатайҙарҙың.
Олатайым бәләкәй генә булһа ла киң күңелле, оло йөрәкле кеше тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары ла, тирә- яҡтағылар ҙа. Барыһы ла олатайға хөрмәт менән ҡарай, ололайҙар, кәңәш һорайҙар, фатиха алалар.
Мин олатайыма яҡыныраҡ һырынам да инде нисәнсегә ишетһәм дә бер ҙә ялҡытмаған әкиәтте һөйләүен үтенәм: - Олатай, бәләкәс олатай, Ҡабырғай шишмәһе хаҡындағы әкиәтте һөйләсе, - тием иркәләнеп. – Һай, ҡыҙым, Ҡабырғайтау, Ҡабырғай шишмәһе ауыл күрке бит ул, ҡайҙа һуң, һөйләйем.
Борон, ауыл әле бәләкәй, Сусаҡ тау бейегерәк, Ялпы урман ҡуйыраҡ булғанда, Боҙ йылға ла тәрәнерәк, шәп ағымлы сағында булған был хәлдәр.
Ауыл кешеләре яуызлыҡтың ни икәнен белмәгәндә күрмәгән, бер береһенә ярҙам итеп, ҡунаҡҡа йөрөшөп, ҡыр эштәрен бергәләп башҡарып ғүмер иткәндәр. Кескәй генә был ауыл Ҡабырғай тау итәге аҫтында урынлашҡан. Тап Ҡабырға кеүек ауылды уратып алып, һаҡлап, ҡурсалап торғанға күрә халыҡ был тауға Ҡабырғай атамаһы биргән. Ә был тауҙы уратып ҡына, ҡуйынанан һалҡын шишмә сыға, Ҡабырғай шишмәһе ул. Йәйге эҫе көндәрҙә лә уның һыуы теш сатнатырлыҡ һалҡын икән, ауыл халҡының тәненә сихәт, йәненә рәхәтлек өҫтәгән был шишмә. Кешеләр шишмәне изге урын һанаған, ауылдан сығып киткәндә лә, ҡайтып кергәндә лә Ҡабырғай һыуын эсеп, шишмәнән фатиха алыр булғандар.
Шулай тыныс ҡына йәшәгән мәлдә ил күген ҡара болот ҡаплай. Тирә яҡты «һуғыш» тигән ҡурҡыныс һүҙ ялмап ала, ил өҫтөнә ҡара дошман ябырыла. Беҙҙең ауылды ла урап үтмәй был аяуһыҙ фашист уты. Бар халыҡ илен, ерен һаҡлап, азатлыҡ, тыныслыҡ даулап яуға күтәрелә.
Ошо ауылда тыуып, шишмә һыуы эсеп, туғайында аунап үҫкән Дәүләтҡол да был осорҙа егет ҡорона ингән була. Атаһы, ағайҙары һуғыш яланына киткәс ул ғаиләлә төп ярҙамсыға әүерелә, дүрт кесе туғанына терәк, әсәһенә таяныс була, ауылдаштырына ярҙам итә. Бер нисә тапҡыр һуғышҡа китергә уҡталып ҡуйһа ла, йәше етмәгенлектән кире боралар уны. Колхоз эштәрендә, урман ҡырҡыуҙа ҡатнашып йөрөй торғас, башына бер уй килә Дәүләтҡолдоң. Кәнсәләргә барып, тыуған йылын бер йылға иртәрәк яҙҙырып алып ҡайта ул. Ун ете йәш түгел уға, бөгөндән ун һигеҙ! Ҡорал тоторға яу сабырға эшкинде тигән һүҙ бит был! Ватанын яҡлап, дошманға ҡаршы сыҡмай торамы һуң, егетмен тигән ир азамат!? Шулай итеп егетең яу ҡырына китә. Ауылды сығып барғанында Ҡабырғай шишмәһенә туҡтай ул. Шишмәнән услап-услап һыу эсеп, яуыз дошманды ҡырып, иҫән һау ҡайтырға вәғәҙә биреп, бер ус тупраҡ алып, ҡулъяулыҡҡа төрә лә, тупраҡты түш кеҫәһенә һалып юлын дауам итә.
Яу яланы үтә ҡурҡыныс, үлем һәр ерҙә һағалап ҡына тора. Күп егеттәр батырҙарса һәләк була был ғәрәсәттә, күп балалар атайһыҙ, ҡатындар ирһеҙ, әсәләр улдарһыҙ ҡала. Тик барыбер Тыуған ил өсөн йәнен-тәнен аямай бер кемдә, һуңғы һулышына тиклем Ватан өсөн көрәшә батырҙар.
Дәүләтҡол да ошо дәһшәтле ваҡиғалар шаһиты. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, хатта дошман менән күҙгә күҙ осрашҡан мәлдәрендә лә түш кеҫәһендәге тыуған ер тупрағы, йәнә лә шишмәгә биргән вәғәҙәһе һаҡлап йөрөтә уны. Бына ҡайҙа икән ул тыуып үҫкән ер ҡөҙрәте!
Һәм ниһайәт илгә Еңеү яҙы килә! Был һүҙ илдәге һәр кешегә әйтеп бөткөһөҙ ҡыуаныс тойғоһо килтерә, халыҡ күҙенән шатлыҡ йәштәре ҡойола. Дәүләтҡол да дошманды ҡыйратып бөтөп, һуғыш тамамланғас үҙ тыуған ауылына имен аман әйләнеп ҡайта. Ауылына кереү менән Ҡабырғай шишмәһе янына ашыға ул. Сит тарафтарҙа йөрөгәнендә төштәренә кергән ошо шишмә һыуын йотлоғоп эсә, һыуына көмөш тәңкәләр һала, рәхмәттәрен уҡып доға ҡыла. Ауыл йәнә лә үҙ көйөнә тыныс тормошта йәшәй башлай. Тауҙар ғорур, шишмә шатлыҡлы сылтырай, ғүмер дауам итә.
Бына шулай,ҡыҙым, Тыуған илең алдындағы бурыс – иң изге бурыс ул. Өйөн, илен әсәһендәй яҡын күргәндә генә кеше тыныслыҡта, дуҫлыҡ, татыулыҡта йәшәй ала. Беҙҙең көс берҙәмлектә, ә илебеҙ – алтын бишегебеҙ, шуны онотмау хәйерле тип һүҙен тамамлай олатай. – Әйҙә, ҡыҙым, өйгә керәйек, күҙ бәйләнә башланы, юғалтҡандарҙыр. Донъялар имен, етәкселәр миһырбанлы булһын берүк, беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын. Етәкләшеп өйгә ыңғайлайбыҙ.
Еңеү яҙы! Еңеү яҙы... Олатайым әйткән ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай- ҡабатлай мин тағыла ауылға ҡайтам, атайым-әсәйем менән бергә Ҡабырғай шишмәһенә төшәбеҙ, һыуын эсәбеҙ. Быуындан быуынға күскән күркәм ғәҙәт буйынса шишмә әле лә изге урын ауылда. Ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле шағир Рәмил Йәнбәк күп шиғырҙарын ошо тау, ошо шишмәгә арнаған:
Ҡабырғай ҙа тауҙы ҡабырғалап
Килеп ингән саҡта ауылға,
Көтөп тора теш сатнатыр шишмә-
Гүйә, үҙе аға ауыҙға.
Ҡәҙерле ул: яҡын ҡунаҡ итеп
Һәр юлсыны ҡаршы алғанға,
Бала саҡтың һүнмәҫ хәтирәһе
Шишмә буйҙарында ҡалғанға.
Тыуған ауылым булмаһа ла, ҡалала тыуып үҫһәм дә, был ауыл күңелемә яҡын минең, сөнки бында ошо кескәй ҡыҙсыҡтың киләсәге яҡты булһын өсөн, күктә ҡояш йылмайһын да, шишмә сылтыраһын өсөн, Сусаҡ тау түбәһен бөркөттәр иңләп осһон өсөн үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған азатлыҡ даулап көрәшкән, баяғы әкиәттәге батыр егет Дәүләтҡол – минең ҡарт олатайым ғүмер итте. Үкенес, тик хәҙер инде ул был донъяла юҡ... Ауыл советында һунғы ветеран ине ул...
Мин дә үҫтем инде, мәктәпкә уҡырға төштөм. Ял һайын ауылға ашҡынып торам. Олатайым нигеҙе һыуынмай, ҡәрсәйем менән ҡартайым йәшәй унда. Бәләкәс олатай булмаһа ла беҙҙең ҙур, татыу ғаилә йыл да ғәҙәттәгесә Еңеү байрамын билдәләй. Туғандар йыйыла, олатайым рухына аят бағышлана. Йәй һайын балалар тауышына күмелә ихата. Мин – бәләкәс олатайҙың бүләсәре. Беҙ күмәк булыуға ҡарамаҫтан, олатай мине нығыраҡ яратҡандай күренә ине. Бәлки, үҙемә генә шулай тойолғандыр. Әммә, нисек кенә булмаһын, олатай һөйләгән әкиәттәр әле лә минең ҡолағымда сыңлай. Уның менән еләккә, әлморон, бәшмәккә йөрөүҙәр, һәр яланды, туғайҙы, тау-урманды үҙ атамаһы менән әйтеүе хәтергә уйылған. Ялпы урман, Сусаҡ тау, Билал яланы, Сыбар тау, Тубылғы төп, Ҡара тәкә, Сауҡа...
Ағастың көсө тамырҙа тип өйрәтер ине олатайым балалары йыйылған саҡта. Шуны онотмаһағыҙ, ғүмер буйы ҡәҙер-хөрмәттә, татыулыҡта йәшәрһегеҙ. Әле бәләкәй булһам да, мин тамырҙарымды онотмаҫмын, олатайҙарым рухы менән һуғарылып үҫермен-иманым камил быға. Минең тамырҙарым - онотола торған тамыр түгел!
Атайым, әсәйем, һеңлем менән ауыл мәҙәниәт йорто яғына юл тотабыҙ. Бында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған стелла ҡуйылған, мәңгелек ут яна. Ҡарт олатайымдың исем фамилияһын эҙләп табам. Йөрәгемдә ғорурлыҡ тойғоһо урғый. Атайым менән әсәйемдең етәкләшеп йылмайып тороуы, яндарында Ләйсән һеңлем сыңғырлатып көлә көлә күбәләк баҫтырып уйнауы, аяҙ күктә ҡояш балҡыуы, ҡоштар йыры, шишмә сылтырауы, һәм тағы ла радиоалғыстан ағылған моң... Был бит бәхет, оло бәхет! Аяҡ аҫтынан аҡбур киҫәге табып алдым, йүгереп барып асфальтҡа яҙып та ҡуйҙым: “Йәшәһен Тыныслыҡ! Еңеү өсөн рәхмәт, Бәләкәс Олатай!”
Илүзә ҒӘББӘСОВА, Күмертау ҡалаһы.