

Уның беҙ бәләкәй саҡта һамаҡлап арҡанан яратып, сәңгелдәк йырын йырлап ултырғаны күңелдә йылы хәтирәләр булып һаҡлана.
Беҙҙең өләсәйебеҙ, Гөлшат Ғәзиз ҡыҙы Байназарова, Яманһары ауылында тыуып, Туғыҙ-Тимер һыуын эсеп, көйәнтәләп, шишмә һыуын ташып, яҙ көндәре тау араһынан ҡар һыуына барып үҫкән, бик тәртипле, изге йөрәкле кеше. Быйыл беҙҙең өләсәйебеҙгә 80 йәш тулды, шуға ҡарамаҫтан, ул әле лә барлыҡ донъя мәшәҡәттәрен үҙе башҡара. Баҡса сәсеп, мул уңыштар үҫтерә, ҡул эштәре менән дә мауыға. Йәштән эшкә өйрәнеп үҫкәнгәме, ул һис кенә лә тик ултырырға яратмай.
Өләсәйебеҙ 7-се класты тамамлағас колхозда эш башлай, ул заманда уҡырға мөмкинселеге булмай. Эшләмәй ҙә булмай, улар ғаиләлә күмәк, 10 бала үҫәләр. Атайҙары һуғыштан яраланып, бер күҙһеҙ ҡайта, өләсәйебеҙ шулай бәләкәйҙән әсәһенә ярҙам итеп, туғандарын тәрбиәләшеп үҫә. Һауынсы була, малсылыҡта ла эшләп, “Хеҙмәт ветераны” исеменә, төрлө маҡтаулы ҡағыҙҙарға лайыҡ булып хаҡлы ялға сыға.
Бөгөнгө көндә өләсәйебеҙ Айсыуаҡ ауылында көн итә, ул дин юлында, доғалар ҡылып, Ҡөръән аяттарын яттан уҡып, дини йолаларҙа ҡатнашып йөрөй. Ағинәйҙәр клубында лә әүҙем ҡатнашып йөрөнө, Мөнәжәттәр һөйләүҙә ҡатнашып төрлө дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар семинарында ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Үҙ ҡулдары менән тегеп кейгән, ағинәйҙәргә хас булған боронғо башҡорт милли кейеме өсөн мағәриф министры А.В.Хажиндан “Национальный костюм - наследие народа” дипломы менән бүләкләнде.
Бәләкәйҙән тейешле белем алып үҫә алмаһа ла, ул бик күп матур, мәғәнәле шиғырҙар яҙа, уның шулай уҡ мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре яҙылған тупланмалары ла күп. Оло йәштә булып, мәшәҡәттәре етәрлек булһа ла ул көндәлек алып бара.
Беҙ, бәләкәйҙән ҡарап үҫтергән, ейән-ейәнсәрҙәренә бөгөнгө көндә лә ныҡлы терәк-таяныс өләсәйебеҙ. Көнөнә биш намаҙын уҡып, Ҡөръән китабынан айырылмай, килгән ауылдаштарын яҡты йөҙ менән ҡаршылап, изге кәңәштәрен, яҡты теләктәрен әйтеп ултыра ул. Кешеләр ҙә һәр саҡ ризалыҡтарын белдереп, рәхмәттәр әйтеп сыға уның эргәһенән.
Өләсәйем һөйләүе буйынса, ул бәләкәйҙән шиғырҙар яҙырға хыялланған, Ҡөръән доғаларын ятлап, ҡысҡырып уҡығы килә ине, тип һөйләй ул. Йәшләй генә тол ҡалып, 3 балаһын яңғыҙы үҫтерә ул, шуға бәйле хыялдары тотҡарланып торған. Балаларын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғандан һуң, шул теләгенә ирешкән. Бөгөнгө көндә инде бәхетле өләсәйебеҙ ҡулынан Ҡөръән китабын төшөрмәй, ейән-ейәнсәрҙәрен үҙенә ҡунаҡҡа көтөп ултыра.
Өләсәйбеҙгә барыбыҙҙың да исеменән ҙур рәхмәттәремде еткерәм, уның беҙгә ҡылған изгелектәрен һүҙ менән генә яҙып, һанап бөтөрөрлөк түгел. Уға иҫәнлек, ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Юлиә Дәүләткилдина, Күмертау ҡалаһы