конкурстар
21 Сентябрь 2022, 05:09

Булдырҙыҡ бит!

Халыҡ участковыйы өсөн тауыш биреүҙең беренсе этабы тамам. 

Булдырҙыҡ бит!Булдырҙыҡ бит!
Булдырҙыҡ бит!
Айбулат Үлмәҫбаев өсөнсө урында!
Йөҙләгән полиция араһында бындай урынды алыу... Һүҙ юҡ.
Беҙ, Айбулат Азамат улын ҡотлайыҡ тип, уның менән бәйләнешкә сығабыҙ тиһәк, ҡайҙа, участковыйҙы тотоп ҡара, эшенән бушамай. Бөгөн Яңы Таймаҫ ауылында алама хәл, шунда йөрөй.... 

Икенсе этап 7-16 октябрҙә буласаҡ, йәнә тауыш биреү, бында ла барыбыҙға ла тырышырға тура килер, ә артабан еңеүсене Мәскәү этабы көтә, был этапта еңеүсегә машина бирәсәктәр. Айбулат яңы машинаға ултырырмы, ваҡыт күрһәтер (быныһы беҙҙән дә тора), ә әлегә участковый өсөн ҡыуанабыҙ, уны ҡотлайбыҙ һәм әйтәбеҙ - кем тауыш биргән бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас