Все новости
конкурстар
22 Сентября , 14:13

Мин бәхетле

Сөнки минең олатайым бар. 

Мин бәхетле
Мин бәхетле

Ул - Аксаров Радик Сәмерхан улы, уға 65 йәш, Яҡшымбәт ауылында өләсәйем Рәйлә Ғәзиз ҡыҙы менән 43 йыл бергә матур ғаилә ҡороп, бер-береһен хөрмәт итеп, ейән-ейәнсәребеҙ,,тип йәшәйҙәр, улар хаҡлы ялда. Улар, 10 бөртөк ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, тип ҡыуанып йәшәйҙәр, ә беҙ олатай-өләсәйҙәребеҙгә иркәләнеп кенә үҫәбеҙ. Каникул, ял көндәрендә беҙ олатай-өләсәйҙәребеҙҙә булырға тырышабыҙ, унда беҙгә күңелле рәхәт... Олатайыбыҙ беззе гел үҙе менән бергә йөрөтә, беҙҙе төрлө эшкә өйрәтә, үҙе нимә эшләй бергә эшләйбеҙ һарайҙа, баҡсала, ишек алдында, йортта. Уларҙың хужалыҡтары бар, эштәре лә күп, мал, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр... көтөүҙән һыйырҙарҙы алып ҡайтабыҙ, олатайым яһап биргән сыбыртҡыбыҙ бар, һарыҡтарҙы көтәбеҙ, себештәргә үлән йолҡоп бирәбеҙ, ем-һыу һалабыҙ, һарайҙан йомортҡалар йыйып алып керәбеҙ. Олатайым эҫе көндәрҙә Көйөргәҙе йылғаһына һыу инергә алып бара десятка машинаһы менән, балыҡ ҡармаҡларға йөрөнөк, магазинға ла алып бара, ул бик йомарт та, берәй уңышлы эш эшләһәк, беҙ яратҡан тәмлекәстәр менән дәртләндерә, ул матур итеп һүрәттә төшөрә. Уларҙың йорт алды әкиәт иле кеүек, барыһы ла һеҙҙең өсөн ейән-ейәнсәребеҙ, тиҙәр. Өләсәйҙәребеҙ икеһелә, береһе Күмертауҙа Заря биҫтәһендә,берҙә тик тормайҙар, эшләп, тик йөрөйҙәр, төрлө сәскәләр-гөлдәр үҫтерергә яратаар, тәмлекәстәр бешереп беҙҙе һыйлайҙар, газета-китаптар күп уҡыйҙар, телефонын да ҡарап өлгөрәләр, Яҡшымбәт ауылында Рәйлә өләсәйем биш ваҡыт намаҙын да уҡый, беҙҙе тәртипле булығыҙ, яҡшы уҡығыҙ, тип кенә тора. Сәскәләренә һыу һибәбеҙ, велосипедта ла йөрөйбөҙ... Мин, Айсар, миңә 8 йәш, мин һыйырҙа һауа беләм әле, өләсәйем өйрәтте, уларҙың бер оло һыйырҙары "Сәскә" исемле, аҡыллы, йыуаш, тәпәш кенә, өләсәйемдең гел һыйыр һауғанын ситтән генә күҙәтеп тора инем, һауып ҡарағым килде, өләсәйем эргәмдә өйрәтеп ҡарап торҙо, шулай итеп мин һыйыр һауырға өйрәндем, беҙ өләсәйем һыйыр һауғанда кружкаларыбыҙҙы тотоп көтөп торабыҙ, йылы һөт эсергә яратабыҙ, тәмлелә, файҙалы ла. Өләсәйем, һәр ваҡыт мәсеткә йөрөй, үҙе менән беҙҙе лә йөрөтә, Мәсет - иман йорто, тәртип йорто, ти ул. Бөтә олатай-өләсәйҙәрҙә йома көнө мәсеткә йөрөп вәғәз-доға
тыңлаһалар ,намаҙ уҡыһалар балалар тәртипле, иҫән-һау, илдәребеҙ тәбиғәтебеҙ тыныс булыр ине, тигән теләктәре... Һаҡлай беҙҙе, яҡлай беҙҙе өләсәйҙәребеҙ доғалары, беҙҙең бәхетле баласаҡ олатай-өләсәйле әкиәт илендә...

Айсар Бәширов, Яҡшымбәт ауылы. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас в