Все новости
конкурстар
23 Сентября , 11:26

Рәхмәтлебеҙ

Мин дә Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе үҙемдең өләсәйем Зөлфирә Әхмәтйән ҡыҙы Мәҡсүтова тураһында яҙырға булдым. 

Рәхмәтлебеҙ
Рәхмәтлебеҙ

Ул бик оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләне. Олатайым Рәшит Закир улы менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, матур донъя көттөләр. Минең әсәйем Юлиә Рәшит ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй. Әсәйем эштә булғанда беҙ ағайым Динислам менән өләсәйҙә ҡалабыҙ. Өләсәйебеҙ булғанда, беҙгә бер нимә лә кәрәкмәй. Ул әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, бөтөн ваҡытын беҙгә бағышлай. Беҙҙең менән ул рәхәтләнеп уйнай ҙа, хатта йәй көндәре һыу инергә лә бергә йөрөнөк. Ә инде кистәрен әкиәттәр һөйләп йоҡлата торғайны. Өләсәйебеҙ булғанда беҙ әсәйем юҡлығын һиҙмәнек тә. Өләсәйем ҡуйынына һыйына-һыйына, рәхәтләнеп, йоҡлап китәбеҙ. Иртән тороуға, танауҙы ҡытыҡлап, тәмле ҡоймаҡтары ҡойолған да була уның. Өләсәйем, беҙ һиңә шул тиклем рәхмәтлебеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, оҙаҡ йәшә, һау сәләмәт бул!
Диана БИКМАЕВА, Яңы Мораптал ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в