

Ололар көнөнә арнап “Әкиәт иле” тип аталған конкурс ойошторғайныҡ. Иң күп тауыш менән Яңы Мораптал ауылынан Диана Бикмаева 1-се урынға сыҡты! Ул үҙенең өләсәһе Зөлфирә Мәҡсүтова тураһында яҙып ебәргәйне. Ҡотлайбыҙ! Улар бүләк артынан редакцияға икәүләп килеп керҙе. Биш йәшлек Диана өләсәһе Зәлфирә апай менән.
- Был конкурс тураһында белмәй ҙә инем, балалар үҙҙәре яҙып ебәргәндәр, бына Ололар көнө байрамы алдынан минең өсөн шәп сюрприз булды. Мин бәхетле өләсәй, Аллаға шөкөр, ике ейәнем, ике ейәнсәрем бар бөгөнгө көндә. Балаларым менән бер ауылда йәшәгәс гел бергәбеҙ, шуныһы рәхәт. Өләсәй тип өҙөлөп торалар улар, шөкөр, үҙҙәре аҡыллылар, күҙ теймәһен. Бигерәк тыныстар, бергәләшеп шым ғына уйнап тик йөрөйҙәр, - тип һөйөнөп бөтә алмай Зөлфирә Әхмәтйән ҡыҙы.