

Берләштерә беҙҙең гәзит
Район менән ҡаланы.
Көйөргәҙе, күмертауҙар
Бергә уҡыйбыҙ уны.
Яулап алдыҡ һүҙ иреген…
Кемдәр һуң хәҙер батыр?
Һәр һанында үҙ фекерен
Ҡыйыу әйтә «Юшатыр».
Ниндәй генә хәл булһа ла,
Яҡлап сыға үҙ халҡын.
Ләкин милләт айырмай ул:
Барыбыҙға ла яҡын.
Уянмаған, уйланмаған
Күңелдәрҙе уятыр.
Янып яңы уйҙар менән,
Ярһып йәшәй «Юшатыр».
Бөгөн уны әллә күпме
Башҡорт, татар уҡый ала.
«Юшатыр» - дуҫлыҡ гәзите:
Күңелдәргә күпер һала.
Илшат НӘЖМИЕВ, Шәбағыш ауылы
.
..Гәзиттең исеменә ҡағылышлы бер йыр ҙа яҙғым килә. Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында йәшәүсе әнәйем яҙҙырғайны. Бына ул йыр:
Яҙ булғандарын шунан бел:
Юшатыр һыуы ташыр.
Беҙ һағынғанды шунан бел:
Уң күҙ ҡабағың тартыр.
Зилә Түләгәнова, Яманһары ауылы.
Өләсәйемә ҡаланан
Әле ҡунаҡҡа ҡайттым
Бында көтә мине һағынып,
,,Юшатыр" - минең дуҫым.
Эй,"Юшатыр" дуҫҡайым!
Һәр һаныңды көтөп алам
Һине нисек уҡымайса
Түҙеп кенә торайым?!
,,Юшатыр"ҙы уҡыусылар,
Әйтер теләгем һеҙгә:
Ташламағыҙ минең дуҫты,
Ул кәрәк һәр саҡ беҙгә.
(уңыштар һеҙгә,тиражығыҙ күп булһын)
Тәнзилә Бикмаева, Яҡшымбәт ауылы
Юшатырҡай боролоп аға,
Тулҡындарын ҡаға-ҡаға.
Ҡырсын ташын йыуа-йыуа,
Тарихты ул яҙып аға.
Халҡым һинән өлгө ала,
Алға ҡарай, кәңәшләшә,
Шатлыҡтарын, ҡайғыларын
Һинең менән уртаҡлаша.
Үткер булһын ҡәләмегеҙ,
Яҡты булһын зиһенегеҙ.
Халҡым рухын, иман нурын,
Йәш быуын, һеҙ, күтәрҙегеҙ.
Ринат ХӘЙБУЛЛИН, Күмертау ҡалаһы