конкурстар
3 Ноябрь 2022, 12:32

Йүгерәм дөбөр-шатыр

Ҡулымдағы гәзитемдең...

Йүгерәм дөбөр-шатырЙүгерәм дөбөр-шатыр
Йүгерәм дөбөр-шатыр

Ҡулымдағы гәзитемдең
Исемдәре Юшатыр,
Ана, килде шатлығым тип
Йүгерәм дөбөр-шатыр.
Бәхетемде ҡулға алдым,
Ҡыуаныстың юҡ сиге.
Беренсе битенән башлайым
Айыра алмаҫһың мине.
Кемделер маҡтап ҡуялар,
Ҡайҙалыр ҡайғыралар.
Шаяртып та яҙа улар,
Йылы һүҙ ҙә табалар,
Кемгәлер ярҙам итәләр,
Ҡайҙалыр йүгерәләр.
Юшатырым шәп бит әле
Әлдә һин бар эргәлә.
Юшатырымдан беләмен,
Бөтә яңылыҡтарҙы,
Бер илайым, бер көләмен
Рәхмәт, Юшатыр батырҙары.
Балдан татлы гәзитемдән
Айырмаһын Хоҙайым
Иҫәнлектә һәм һаулыҡта
Йәшәһен тип һорайым.
Зилиә Һөйөндөкова, Ермолаево ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас